Пекин юлынан – Өфөгә11.04.2017
Пекин юлынан – Өфөгә Мәскәү – Пекин маршруты буйынса йүгергән Рәсәй марафон­сыһы Александр Капер Татарстан менән Башҡорт­остан сиген үтте. Хәҙер уның юлы республикабыҙҙың ауыл, ҡалалары аша уҙасаҡ.
Капер “Мәскәү – Пекин – киләсәккә табан!” марафоны менән “Гиннесстың рекордтар китабы”на инеүгә дәғүә итә. Спортсы 200 көн эсендә Рәсәй, Монголия һәм Ҡытай аша 8 мең саҡрымлыҡ юл үтмәксе. Ул 4 мартта Мәскәүҙән юлға сыҡҡан. Сәфәрен 19 сентябрҙә Пекинда тамамларға ниәтләй.
Башҡортостан – марафондың алтынсы төбәге. Артта – Ногинск, Орехово-Зуево, Түбәнге Новгород, Владимир, Чебоксары, Ҡазан, Яр Саллы. Бөгөн, 11 апрелдә, Капер Өфөгә килеп етә. 12 апрелдә матбуғат конференцияһы, күмәк йүгереү ойошторола һәм юлдың яңы этабына старт бирелә.


Вернуться назад