“Дәүләт ярҙам итә, тик эшләгеҙ генә”11.04.2017
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Нуриман районына эш сәфәре барышында агросәнәғәт комплексы предприятиеларын, социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты.
Урман ауылында төбәк Башлығы “Иҙел” агрофирмаһының эшмәкәрлеге менән танышты. Ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Рафаэль Йосопов әйтеүенсә, хужалыҡта 1,5 меңдән ашыу һыйыр малы аҫрала. Рөстәм Хәмитов предприятиеның мал һимертеү майҙансыҡтарында булды.
Яңы Күл ауылында республика етәксеһе йәшелсә һәм салат үҫтергән “Башҡортостандың йәшел ожмахы” предприятиеһын ҡараны. Унда тракторҙар, һыу һибеү һәм тупраҡты эшкәртеү машиналары ҡуйылған ауыл хужалығы техникаһы экспозицияһы менән танышты, теплицаны, һыуытыу камераһын ҡарап сыҡты, производствола нисә кеше эшләүе менән ҡыҙыҡһынды.
Ишморат ауылы эргәһендә Башҡортостан Башлығы “Тыныс яр” һунар-балыҡсылыҡ туристик комплексында булды. 2015 йыл аҙағында ҡабул ителгән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү программаһына ярашлы, бында бағыр үрсетеү буйынса балыҡсылыҡ фермаһы төҙөлә һәм марал, ҡабан үрсетеү буйынса хужалыҡ ойошторола башланы. 111 гектар майҙандағы комплекста яһалма быуа, ҡырағай хайуандарҙы үрсетеү өсөн биләмә бар, электр селтәрҙәре үткәрелгән. Әле ҡунаҡ йорттары һалына, төҙөкләндереү эштәре башҡарыла.
Рөстәм Хәмитов бағыр үрсетеү майҙансыҡтарын ҡараны, аҙыҡ һәм һыу сифаты менән ҡыҙыҡһынды.
Иҫке Исай ауылында Рөстәм Хәмитов “Рябиновка” агрофирмаһының мал һимертеү комплексында булды. Район үҙәге Ҡыҙылъярҙа иһә ул 139 урынлыҡ “Йәйғор” балалар баҡсаһының эше менән танышты. Объект 2014 йылдың декабрендә сафҡа индерелгән. Әле бында 128 бала йөрөй. Төбәк Башлығы төркөмдәр, уйын, аш-һыу бүлмәләрен ҡараны, балалар баҡсаһында тыуҙырылған шарттарға баһа бирҙе.
Ҡыҙыл Шишмә ауылында ул Ҡариҙел йылғаһының ярында Әүҙем ял үҙәге төҙөлөшө менән танышты. Проект 45 урынлыҡ ҡунаҡхана комплексын, ресторанды, күңел асыу үҙәген, бассейнды, спорт майҙансыҡтарын үҙ эсенә ала. Уның дөйөм хаҡы — 120 миллион һум. Базаны 2018 йылдың икенсе кварталында сафҡа индереү күҙаллана.