Депутаттар Еңеү байрағы яҡлы11.04.2017
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Еңеү байрағы тураһында”ғы Федераль закондың 2-се статьяһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Парламенттың ошоға бәйле закон сығарыу инициативаһы хаҡындағы ҡарар проекты Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре комитеты ултырышында хупланды.
— 9 Майҙағы тантаналы саралар осоронда Еңеү байрағын элеү йолаһы — фашист илбаҫарҙарын еңеүселәргә ҡарата ихтирам билдәһе генә түгел, киләсәк быуындар өсөн иҫтәлек тә ул, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Рәсәй халҡының киләсәк быуындары шул дәүерҙең фажиғәле ваҡиғалары һәм тыныслыҡты, кеше ғүмерҙәрен, илебеҙ дәүләтселеген һаҡлап ҡалыу йәһәтенән атай-олатайҙарыбыҙҙың яҙмышты хәл иткес әһәмиәте хаҡында онотмаҫҡа тейеш. Ғәмәлдәге федераль ҡануниәт Еңеү көнөндә биналарҙа һәм флагштоктарҙа Рәсәйҙең Дәүләт флагы менән бергә Еңеү байрағын да урынлаштырыу мөмкинлеген күҙ уңында тота. Беҙ иһә дәүләт учреждениелары биналарына ҡарата Еңеү байрағын элеүҙе мотлаҡ тип билдәләргә тәҡдим итәбеҙ.
Константин Толкачев әйтеүенсә, депутаттарҙың был тәҡдиме граждандарҙан, йәмәғәт берекмәләренән мөрәжәғәттәрҙең күп булыуына бәйле.