“Өфөнән һөйөү менән!”07.04.2017
Республикабыҙҙың баш ҡалаһы тураһын­дағы яңы романтик комедияны тәүгеләрҙән булып Ҡазан тамашасыһы ҡараны. Режиссер Айнур Асҡаров “Өфөнән һөйөү менән!” исемле тулы метражлы фильмын III “Кино ваҡыты” (“Время кино”) Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашыусыларға тәҡдим итте.
Айнур Асҡаров форумға “Кино проекттары питчингы” секцияһында эксперт һәм “Төбәктәрҙә киноны үҫтереү” темаһына “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусы булараҡ саҡырылды. Өфөнән кино проекттары менән таныштырыу сараһына йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаева ла барҙы. Ул иң яҡшы эштәр тиҫтәһенә ингән “Инә айыу, йәки Кәрәкле кеше” мистик драмаһына яңы сценарийын тәҡдим итте. Сценарийҙы яҡлау 6 апрелдә булды.
III “Кино ваҡыты” Бөтә Рәсәй форумы төбәк кинематографистарына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә. Унда Башҡортостан, Татарстан, Алтай, Сыуашстан, Чечня, Удмуртия, шулай уҡ Мәскәү, Ленинград, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре вәкилдәре ҡатнаша. Иң яҡшы сценаристарға 100 мең һум аҡсалата бүләк тапшырыла.
“Өфөнән һөйөү менән!” романтик коме­дияһы ҙур экранға 13 апрелдә сыға. Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский кино­театрҙарында ике аҙналыҡ прокат, Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Екатеринбург ҡалаларында бер тапҡыр күрһәтеү ҡарала.
– Беҙҙең фильм Өфө тураһында тулы мәғлүмәт сығанағы булмаҡсы: ул йәй көнө баш ҡалабыҙҙың иң матур урындарында төшөрөлгән. Йәштәр тормошо сағылдырылған кинокартина мөхәббәт, күркәм Өфө, йолалар менән хәҙерге ысынбарлыҡ юҫығында кешенең йәшәйеше хаҡында. Кинотеатрға килгән тамашасы уны ҡарағас: “Өфөлә кино төшөрә беләләр икән!” тип әйтһен ине. Фильм төшөрөп, тулы зал йыя алыуыбыҙҙы раҫларға теләйбеҙ, – ти авторҙар.


Вернуться назад