“Алло! Штрафығыҙ бар”07.04.2017
Өфөлә суд приставтары йылдың тәүге өс айы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Был йәһәттән һүҙ иҫерек килеш руль артына ултырғандар, алимент түләмәгәндәр һәм коллекторҙар тураһында барҙы.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов билдәләүенсә, һуңғы арала документтар ағымы кәмегән. Был бигерәк тә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙың ваҡытында түләнә башлауына бәйле. Әйткәндәй, уларҙың һаны йөҙ меңгә кәмегән. Әммә был тәртип боҙоуҙарҙың аҙайыуын белдермәй. Бары кешеләрҙең штрафты ваҡытында ташлама менән түләүен аңлата.
Штрафтарын ваҡытында түләмәгәндәрҙең иһә 60 проценттан күберәге был йәһәттән мәжбүри эштәргә йәлеп ителгән, яҡынса 15 процентына 15 тәүлеккә административ арест һалынған. Өҫтәүенә уларға штраф та, пеня ла түләргә тура килгән.
Иҫерек водителдәргә туҡталғанда, йыл башынан уларға 4,2 мең кеше өҫтәлгән. 16 меңенән бер меңе иһә мөлкәтенән ҡолаҡ ҡаҡҡан. Шуларҙың дүрт йөҙө – автомобилдәренән. Иҫерек килеш транспорт йөрөткәндәрҙән яҡынса 100 миллион һум аҡса алынған. Әйткәндәй, штрафтарын түләмәгән граждандарға сит илгә сығыу мөмкинлеге тыйыла. Бөгөнгө көндә ундайҙарҙың һаны – 47 мең.
Алимент, кредит бурысы түләмәгәндәр йәһәтенән дә эш көйгә һалынған: хәҙер шылтыратып “штрафығыҙ бар” тигән мәғлүмәтте еткереү ҙә ғәмәлдә ҡулланыла башлаған.