Бөрйәндәргә кем эйәрер?07.04.2017
Бөрйән районында Экология йылына арналған “Тыуған яғым – алтын бишек!” марафоны башланды.
Сара Брәтәк ауылында гала-концерт менән асылды. Эстафетаны брәтәктәр – Аҫҡар ауылына, Мәһәҙей мәҙәниәт йорто Һарғая ауылына тапшырҙы.
Беренсе этапта һәр биләмәнең сығышы жюри тарафынан туғыҙ номинация буйынса баһалана. Улар – “Фольклор ансамбле”, “Хореография ансамбле”, “Театр сәнғәте”, “Инструменталь ансамбль”, “Ғаилә ансамбле”, “Ир-егеттәр вокаль ансамбле”, “Ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле”, “Нәфис һүҙ”, “Үҙешмәкәр башҡарыусы”. Тәүге этаптың йомғаҡтары 26 апрелдә Иҫке Собханғолда үтәсәк гала-концертта асыҡланасаҡ.
Икенсе этапта “Иң яҡшы депутат”, “Иң яҡшы округ”, “Иң төҙөк округ” һәм “Округтың иң яҡшы йәмәғәт эшмәкәре” кеүек номинациялар буйынса баһа биреләсәк.