Үҫмерҙәр келәмгә сыға07.04.2017
Республикабыҙ Волга буйы федераль округының I Асыҡ үҫмерҙәр һуғыш сәнғәте уйындарын үткәреү хоҡуғын яуланы.
“Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһы ошо темаға арналды. Уйындар 15 – 18 майҙа Өфөләге Спорт һарайында уҙғарыла. Унда Волга буйы федераль округынан һәм илдең башҡа төбәктәренән, яҡын сит илдәрҙән ике меңдән ашыу ҡатнашыусы килеүе көтөлә. Ярыштар бер үк ваҡытта 10-12 майҙансыҡта ойошторола.
Матбуғат конференцияһында шулай уҡ Рәсәй һуғыш сәнғәте союзының “Алтын билбау” милли премияһын тапшырыу хаҡында һүҙ барҙы. Тантана март аҙағында Кремль һарайында үтте. Әйткәндәй, унда Рәсәй һуғыш сәнғәте союзының Башҡортостан филиалы ла бүләкләнгәйне. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта союз филиалы вице-президенты Александр Соснинды һәм конференцияла ҡатнашҡан спорт федерациялары етәкселәрен ошо уңыш менән ҡотланы.


Вернуться назад