Халыҡ эште ситтән эҙләмәһен07.04.2017
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы коллегияһында сығыш яһаны. Унда ведомствоның 2016 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә бурыстар билдәләнде.
Төбәк етәксеһе власть органдары системаһында министрлыҡтың ҙур әһәмиәтен билдәләне. Тулайым күрһәткестәрҙең яҡшы булыуына ҡарамаҫтан, халыҡтың йән башына Башҡортостан иҡтисадының сағыштырмаса күрһәткестәре, ҡағиҙә булараҡ, уртаса. Шуға күрә бөтә дәүләт власы органдарының тырышлығы ошо хәлдән сығыуға йүнәлтелергә тейеш.
– Беҙ инвестициялар хаҡында һүҙ алып барҙыҡ. Уҙған йылды ярайһы уҡ яҡшы тамамланыҡ – 2015 йылғы кимәлгә ҡарата 104,2 процент үҫеш менән. Был ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ, Волга буйы федераль округында иһә иң яҡшыһы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҙур сәнәғәт предприятиелары инвестициялар үҫешендә төп урынды биләй. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ уларҙан бер аҙ ҡалыша. Ауыл ерендә иһә хәл шәптән түгел. Инвестицияһыҙ иртәгәһе көндөң булмаясағын аңлайбыҙ.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, был өлкәләге уңышлы ғәмәлдәр төбәктән халыҡтың ситкә китеүенә кәртә ҡуясаҡ, яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.