Республика Башлығына һорау бирегеҙ07.04.2017
“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың төбәк халҡы менән тура бәйләнешен үткәрәсәк.
13 апрелдә киске сәғәт 7-лә “Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү” тигән программаны шулай уҡ “Рәсәй-Башҡортостан”, БЮТ, “Вся Уфа”, “РБК-Уфа” телеканалдары, “Рәсәй радиоһы-Башҡортостан”, “Спутник ҒМ” радиостанциялары тапшырасаҡ. Кисә уларҙың барыһы ла үҙҙәренең рәсми сайттары, телефон, социаль селтәрҙәр аша төбәк етәксеһенә еткереү өсөн һорауҙар йыя башланы. Әйтергә кәрәк, республика Башлығына уларҙың иң ҡыҙыҡлылары ғына биреләсәк.
Тура бәйләнеште ойоштороусылар һәм телекомпаниялар вәкилдәре быйыл тапшырыуҙың өр-яңы форматта буласағын вәғәҙә итә. Студияға журналистар ғына түгел, тормоштоң төрлө өлкәләренән вәкилдәр саҡырыласаҡ. Биләмәләрҙә махсус майҙансыҡтар ойоштороу күҙаллана. Теләге булған һәр кеше ошо майҙансыҡҡа килеп Рөстәм Хәмитовҡа һорау бирә аласаҡ.