Импортҡа иғтибар кәмей05.04.2017
Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2016 йыл йомғаҡтары буйынса илебеҙҙәге аҙыҡ-түлек магазиндарында импорт өлөшө ҡырҡа кәмегән.
Сит илдән килтерелгән ризыҡтар Рәсәй гастрономдарындағы тауарҙарҙың 23 процентын тәшкил иткән. Ҡайһы бер кәштәләрҙә иһә үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек 95-100 процентҡа еткән. 2013 йылда сит ил ризыҡтары – 36, 2014 йылда – 34, 2015 йылда 28 процент булған. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, аҙыҡ-түлектең сауҙа әйләнешендә төбәктәрҙәге етештереүселәрҙең өлөшө 35 проценттан ашыу. Аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәрендә ул 50 проценттан күберәк. Ундай ризыҡтарға икмәк, ит, колбаса, һөт ризыҡтары, йәшелсә инә.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй магазиндарындағы аҙыҡ-түлек сифатының яҡшырыуы хаҡында һөйләргә иртәрәк. “Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр етештереүселәрҙең 66 проценты етештереү һәм һаҡлау шарттарын боҙған. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә аҙыҡ-түлектең сифатын яҡшыртыу стратегияһы раҫланды.