Чайковский ҡурайҙы тыңлай05.04.2017
Чайковский ҡурайҙы тыңлайРәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, республикала милли оркестрға нигеҙ һалған Рәмил Ғәйзуллин ҡурайҙы Рәсәй төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә лә танытыуға ҙур көс һала.

Бөтә төбәктәрҙә лә билдәле музыканттың сығышын ихлас ҡабул итәләр. Мәҫәлән, Төркиә­нең Истанбул ҡалаһында халыҡ-ара тынлы музыка ҡоралдары симпозиумында ҡат­нашып, төрлө илдәрҙән йыйылған музыкант­тарға ҡурай хаҡында мәғлүмәт биреп, фильм күрһәтә, уйнап ишеттерә. Артист унда Белорет районынан тамыры, сәскәһе менән алып килгән үләнде тотоп сәхнәгә сыға. Та­машасыларҙың күҙ алдында унан ҡурай яһап, һыҙҙыртып ебәргәс, зал яҡташыбыҙҙы алҡыш­тарға күмә.
6 апрель көндө Рәмил Ғәйзуллин Мәскәү дәүләт филармонияһының П.И.Чайковский исе­мендәге концерт залында Михаил Иванов, Андрей Иванов, Камал Баллан, Александр Захаров, Эмиль Ҡадиров, Дарья Рубцова кеүек донъяның шөһрәтле йырсылары һәм музыканттары менән бергә сығыш яһай.


Вернуться назад