Туған телдәрҙе һаҡлау маҡсатында05.04.2017
Ошо көндәрҙә “Иң мөһим һүҙ” Бөтә Рәсәй телдәрҙең күп төрлөлөгөн һаҡлау буйынса йәмәғәт премияһына дәғүә итеүселәрҙән ғариза ҡабул ителә башланы. Был премия 21 февралдә – Халыҡ-ара туған тел көнөндә – булдырылды.

– Премия илебеҙҙең уникаль үҙенсәлеген – телдәрҙең күп төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелә. Рәсәйҙә 193 милләт вәкиле йәшәй. Улар 300-гә яҡын телдә һәм диалектта һөйләшә. Ошо премия ярҙамында рус телен һәм Рәсәй халыҡтары телдәрен үҫтереүгә, танытыуға тос өлөш индергән кешеләрҙе билдәләп үтергә теләйбеҙ. Был мәсьәләләр милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү, халыҡтың берҙәмлеген тәьмин итеү, Рәсәйҙең бөтөнлөгөн нығытыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов.
Сарала “Иң яҡшы мультимедиа проекты”, “Иң яҡшы нәшриәт проекты”, “Иң яҡшы фәнни проект”, “Иң яҡшы социаль башланғыс”, “Сит илдә Рәсәй телдәрен танытҡан өсөн” һәм “Айырым хеҙмәттәре өсөн” тигән номинациялар ҡарала. Әле премияның Эксперт советы төҙөлә. Уға Рәсәйҙә һәм бөтә донъяла танылыу яулаған ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре инә.
Ғаризалар 15 майға тиклем ҡабул ителә. Июндә премияны тапшырыу тантанаһы буласаҡ.


Вернуться назад