Тәүге һынауҙар башланды27.03.2017
Кисә тәғәйенләнгән ваҡытынан алда тапшырыла торған рус теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы үтте.

Республикабыҙҙа 400-ҙән ашыу кеше унда ҡатнашырға теләк белдергәйне. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, улар араһында ун кеше генә — быйылғы ХI класс уҡыусылары, ҡалғандары иһә — мәктәпте элегерәк тамамлаусылар.
Был көндө өс имтихан ҡабул итеү пункты эшләне. Уларҙың икеһе — Өфөлә, береһе — Стәрлетамаҡта. Һынауҙың объективлығын тәьмин итеү һәм етешһеҙлектәрҙе асыҡлау өсөн аудиторияларҙа видеокүҙәтеү алып барылды. Имтихан 3,5 сәғәт дауам итте.



Вернуться назад