Бал ҡортон һаҡлайыҡ27.03.2017
Башҡортостан халҡы Бөрйән бал ҡортон һаҡлау йәһәтенән үҙ фекерен белдерә ала. Тейешле закон проекты йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылды. “Умартасылыҡ тураһында”ғы төбәк законына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә. Милли брендты тәшкил иткән Бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалыу буйынса өҫтәмә сараларҙы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова тәҡдим итте.
Парламентарий солоҡсолоҡ нигеҙендәге ҡорт күстәрен иҫәпкә алырға, шулай уҡ яһалма солоҡтар булған ағастарҙы ҡырҡыуҙы тыйырға тәҡдим итә.
— Бөрйәндәге солоҡ ҡорттары — ҡара төҫтәге урман бал ҡорттарының тәбиғәттә бик аҙ һаҡланып ҡалған популяцияһының береһе. Әлеге закон проекты ошондай бал ҡорттарының йәшәү мөхитен һаҡлауға метизацияны кәметеүгә йүнәлтелә, — тине проекттың авторы.
Проектты йәмәғәтселек тарафынан тикшереү бер ай дауам итәсәк.