Ватансылыҡ тураһында ҡанун кәрәк27.03.2017
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Чебоксарҙа Волга буйы федераль округы төбәктәре дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ассоциацияһы эшендә ҡатнашты.
Унда округ төбәктәрендә граждандарға патриотик тәрбиә биреү мәсьәләләрен норматив-хоҡуҡи көйләүҙе камиллаштырыу һәм ошо өлкәләге төбәк программаларын тормошҡа ашырыу практикаһы буйынса фекер алыштылар. Константин Толкачев ошо йүнәлештәге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, билдәле бер уңыштарға ҡарамаҫтан, илдә ватансылыҡ өлкәһендә дөйөм милли көйләүсе эштең етмәүен билдәләне. Ҡайһы бер федераль программалар тарҡау эш итә, төбәктәрҙә иһә бындай эшмәкәрлек үҙҙәре нисек аңлай, шулай алып барыла.
— Ошоға бәйле федераль закон ҡабул итеү бик мөһим тигән фекерҙәмен. Ул төбәктәрҙәге иң яҡшы закон сығарыу практикаһына таянырға, дөйөм йүнәлеш бирергә һәм урындарҙа эште ойоштороуға булышлыҡ итергә тейеш. Бөтә кимәлдәге власть органдарының вәкәләттәрен билдәләргә, берҙәм аппарат ойошторорға кәрәк. Ватансылыҡ тәрбиәләү субъекттары даирәһен, уларҙың компетенцияһын һәм яуаплылығын асыҡлау шарт, — тине Константин Толкачев.