Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсына ярашлы эштәрҙе баһалау өсөн эксперттар һайлай. Быны ул үҙенең Йәмәғәт советы менән берлектә тормошҡа ашыра.Йәмәғәт эксперттар иҫәбенә инеү өсөн юғары һөнәри белемгә, йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү һәм дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өлкәһендә эш тәжрибәһенә эйә булырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта баһаланған проекттарға бер ниндәй ҙә мөнәсәбәтең булмау шарт. Резюмены 1 апрелгә тиклем
[email protected] электрон почтаһына ебәрергә. Бәйгегә йомғаҡ 1 майҙа яһала.
Экспертлыҡҡа кандидат булған кешегә шулай уҡ дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы төбәк башҡарма власть органынан, юғары уҡыу йортонан йәки йәштәр йәмәғәт ойошмаһынан кәмендә ике рекомендация тапшырырға кәрәк. Ошонан һуң дәғүәсе менән онлайн-әңгәмә үткәрелә.
Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы бер нисә этапта уҙғарыла. Тәүгеһе – коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында грант ярҙамы алыуға дәғүәселәрҙе Интернет аша һайлап алыу, икенсеһе – Бөтә Рәсәй һәм округ йәштәр форумдарында проекттар конкурсы, өсөнсөһө – айырым кешеләр араһында грант ярҙамы алыуға дәғүәселәрҙе Интернет селтәре аша һайлау.