Һалдат булды... бер көнгә24.03.2017
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Азат Саҙрыев “Үҙеңдә һыналған. Журналист десанты” акцияһына ярашлы бер көнгә Рәсәй гвардияһы һалдаты булды.
– Беҙҙең журналистарҙы күмәк сыуалыштарҙы ҡыуыуҙа ҡатнашыу нисек булғаны һәм ни өсөн закон боҙоу­сыларға айырым тәғәйен­ләнештәге мобиль отрядтар менән осрашыуҙан йыраҡ тороу кәрәклеге ҡыҙыҡһындырҙы, — тип һөйләне телевидениеның матбуғат секретары Люциә Дәүлиева.
– Төҙөлөштән һуң иртәнге еңелсә йүгереү – Рәсәй гвардиясыларының көндәлек йолаһы. 10 саҡрым арауыҡ ярты сәғәттән әҙерәк ваҡыт эсендә үтелә. Һәм шунда уҡ икенсе күнегеүҙәргә тотонаһың, график буйынса һәр минут бүленгән. Республиканың иң заманса тирҙа­рының береһендә – атыш. Артабан спорт залында күнекмәләр яһайһың. Тап ошонда Рәсәй гвардияһы һалдат­тары һәр хәрәкәтте автоматик рәүешкә килтереп, хәрби әҙерлек нығыта. Күнек­мәләрҙе ҡул һуғышы һәм бокс буйынса халыҡ-ара спорт мастерҙары алып бара. Улар бөтәһе лә – Рәсәй гвардияһының ОМОН идаралығы хеҙмәткәрҙәре, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Баш­ҡортостан юлдаш телевиде­ниеһы журналисы.


Вернуться назад