Осһоҙ хаҡҡа театрға бар24.03.2017
27 мартта, Халыҡ-ара театр көнөндә, Рәсәйҙең иң ҙур театрҙары “Театр. Go” федераль акцияһында ҡатнаша. Бөтә ил буйынса тамашасылар тәүлек әйләнәһенә спектаклдәргә 25-90 процентлыҡ ташлама менән электрон билет алыу мөмкинлегенә эйә.
Сарала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Рус драма театры ҡатнаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, билеттар ташлама менән һатылған спектаклдәрҙең тулы исемлеге ошо көндәрҙә “Яндекс. Афиша” сайтында донъя күрәсәк. Билеттар Мәскәү ваҡыты буйынса 27 мартҡа ҡарай төнгө сәғәт 12-лә һатыла башлай. Тамашасылар спектаклде, залда урынды һайлап, хаҡты банк картаһы, “Яндекс. Аҡса” сайты ярҙамында йәки кеҫә телефонындағы иҫәптән күсерә ала.
Әйткәндәй, “Театр. Go” акцияһы 2014 йылдан үткәрелә. Былтыр унда Рәсәйҙең 14 ҡалаһынан 61 театр ҡатнашҡан, 40 меңдән ашыу билет һатылған.


Вернуться назад