Өфө менән Сочи туғанлаша24.03.2017
Республикабыҙҙың баш ҡалаһында Өфө менән Сочи араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Мэрияла белдереүҙәренсә, документ үҙ-ара файҙалы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарын һәм инвестиция, инновация эшмәкәрлегендә ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашыуға, бәләкәй эшҡыуарлыҡ, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Әле Өфөнөң бер нисә туғандаш ҡалаһы бар. Улар – Астана, Анкара, Галле, Шэньян, Цицикар, Наньчан һәм Хэфэй. Бынан тыш Силәбе һәм Ҡазан менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.


Вернуться назад