Иғтибар: конкурс!24.03.2017
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары Константин Толкачев федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Унда ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан журналистар өсөн үткәреләсәк конкурс хаҡында һөйләне.
– Бәйгелә үҙ эшен сифатлы итеп башҡарған һәр журналист һәм блогер ҡатнаша ала. Беҙ ике яҡлы бәйләнешкә өмөт итәбеҙ һәм һайлаусыларыбыҙ өсөн партияның йәшәйеше, эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәттең мөмкин тиклем асыҡ, тулы булыуын теләйбеҙ, – тине Константин Толкачев.
Был көндө шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының яңы ағзаларына тантаналы рәүештә билеттар тапшырылды.