Һәр ваҡыт әҙер!24.03.2017
Рәсәйҙең Хәрби-сәнәғәт комиссияһы Башҡортостандың мобилизация ҡеүәтен юғары баһаланы. Ошо көндәрҙә ил Хөкүмәте төбәктәрҙең мобилизация әҙерлеге буйынса эшкә йомғаҡ яһаны. Республикабыҙ күрһәткестәре Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.
Хәрби-сәнәғәт комиссияһы коллегияһы ҡарары менән 2016 йылда мобилизация әҙерлеге буйынса яҡшы эш өсөн Башҡортостан Республикаһы Кубок менән бүләкләнде. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменә килгән хатта илдең мобилизация әҙерлеген арттырыуға тос өлөш индергән өсөн рәхмәт белдерелә.