Әүҙем команда туплайбыҙ22.03.2017
“Башҡортостандың кадрҙар активы” проектына ярашлы, Баймаҡ районында Йәш депутаттар ассоциацияһының тәүге күсмә семинар-кәңәшмәһе булды. Форумға республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы йәш депутаттар йыйылды. Семинар йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға сертификат тапшырылды.
– Әле ойошмалар эшендә һәм аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә проектлы алым йыш файҙаланыла. Күптән түгел беҙ “Башҡортостандың кадрҙар активы” тигән мәғариф проектын ғәмәлгә ашыра башланыҡ. Ул проекттар өлкәһендәге белем кимәлен күтәреүгә йүнәлтелә. Теләге булған һәр кеше семинарҙарҙа ҡатнашып, үҙ проекты өсөн һөҙөмтәле команда туплай ала, — тине Башҡортостандағы Йәш депутаттар ассоциацияһы рәйесе Владимир Яковлев.
Ошондай уҡ семинар-кәңәшмәләр Стәрлетамаҡта, Мишкә, Краснокама райондарында үткәреләсәк.


Вернуться назад