Көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде22.03.2017
Башҡортостан VIII “Экология” халыҡ-ара форумында ҡатнашты. Экология йылындағы иң күләмле сараларҙың береһе Мәскәүҙә уҙғарылды һәм хәҙерге Рәсәйҙәге иң киҫкен экология проблемаларын тикшереүгә арналды.
Сарала ил төбәктәре, закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Республикабыҙҙан форумға тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Филүс Яхин, министрлыҡтың экологик именлек бүлеге начальнигы Фларида Ремезова барҙы.
Дәүләт Думаһының Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, “Экология” йәмәғәт форумының йәмәғәт советы рәйесе Николай Валуев, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, форум көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелгән, ғәмәлдәге ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү буйынса берлектә тәҡдимдәр сығарылған үҙенсәлекле майҙансыҡты тәшкил итә, тип билдәләне.
Форумдың программаһы ярайһы уҡ киң һәм ике көнгә иҫәпләнде. Сара барышында Рәсәйҙә ҡалдыҡтар менән эш итеү тармаҡтарын үҫтереү, ошо өлкәлә төбәк программаларын ғәмәлгә индереү, экологик йәһәттән һөнәри белем биреү, иң яҡшы технологияларҙы ғәмәлгә индереү, экомаркетинг һәм йәшел бренд булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.