РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Фидан Ғафаров “Берҙәм Рәсәй” партияһы сафына инде. Төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев уға партия билетын тапшырҙы. Башҡорт сәхнәһе аҡһаҡалы ошо ваҡиғаға шатланыуы, йәмғиәт файҙаһына бүтән ағзалар менән бергә тырышлыҡ һалырға әҙер булыуын белдерҙе. – Был хәл сәнғәт йәһәтенән минең өсөн өр-яңы мөмкинлектәр аса. Халыҡҡа мәҙәниәт йорттарын яңыртыуҙа ярҙам итергә ниәтләйем, уларҙа сығыш яһаған труппаларға ҡайһы бер мәлдәрҙә кәңәш тә бирәсәкмен. Ғөмүмән, халыҡ һәм партия ағзалары менән бергә эшләйәсәкмен, – тине артист.
Партия билеттарын тапшырыу тантанаһы кисә үтте. Төбәк бүлексәһе секретары ҡулынан документты шулай уҡ студенттар, эшсе йәштәр, ҡалалағы төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре алды.