Һыу баҫыуы ихтимал22.03.2017
Һыу баҫыуы ихтимал Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 80 меңдән ашыу кеше йәшәгән 258 биләмәне һыу баҫыуы ихтимал.
Уйһыу урындарҙа, йылға ярын­да һыу һаҡлағыстар эргә­һендә урынлашҡан йорттарға айырыуса ҙур хәүеф янай. Әлегә тиклем ярҙарынан сыҡмаған йылғаларҙың да ташыуы бар. Шуға күрә һыу ятҡылыҡтары янында йәшәгәндәргә айырыуса уяу булырға кәңәш ителә.

Һуңғы биш йылда Белорет һәм Йәрмәкәй райондары, шулай уҡ Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары һыу баҫыу зоналарына инде. Хәүеф янаған биләмәләрҙең тулы исемлеге махсус реестрҙа бирелгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡорт­остандағы Баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, яҙғы ташҡын осоронда эш итәсәк төркөмдәр ойошторолған. Унда 7 меңдән ашыу кеше һәм 1,5 меңдән ашыу техника берәмеге ингән.
Әйткәндәй, ташҡынды йыһандан да күҙәтәсәктәр. Пилотһыҙ осоу аппараттары һауаға күтәрелеп һыу баҫыу хәүефе ҙур булған биләмәләрҙе тикшерәсәк. Һыуҙағы хәлде 17 гидропост контролләй. Улар Ағиҙел, Ашҡаҙар, Стәрле, Эҫем, Ҡариҙел, Әй, Йүрүҙән, Дим һәм Оло Эйек йылғаларында урынлашҡан. Улар тәүлегенә дүрт тапҡыр йылға кимәле тураһында мәғлүмәт бирә. Ташҡынға әҙерлек осоронда ҡотҡарыусылар Ҡариҙел, Бөрө, Краснокама райондарында Ағиҙел йылғаһындағы боҙҙо ватасаҡ. Белорет, Бөрйән, Архангел, Ҡариҙел һәм Саҡмағош райондарында иһә боҙ тиҙерәк иреһен өсөн күмер һибәсәктәр. Тығындар булмаһын өсөн шартлатыусыларҙы йәлеп итеү күҙаллана. Төбәктә 12 тоннанан ашыу шартлатҡыс тупланған.


Вернуться назад