Беҙҙең ҡалалар ни өсөн матур?21.03.2017
Башҡортостанда быйыл заманса ҡала мөхите булдырыуҙың муниципаль программаларына булышлыҡ итеү өсөн бер миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ. Ошо маҡсатта республиканың туғыҙ ҡала округына һәм 14 ҡала биләмәһенә төбәк ҡаҙнаһынан субсидия биреү күҙаллана.
Бүленгән аҡсаның өстән ике өлөшө күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын төҙөк­ләндереү буйынса саралар үткәреүгә йүнәлтелергә тейеш. Ҡалғаны иһә — йәмәғәт биләмәләрен, йәғни яр буйҙарын, ниндәйҙер майҙанды йәки скверҙы йәмләндереүгә.
Ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәрҙең минималь исемлеге йорт арала­рындағы юлдарҙың йүнәтелеүен, биләмә­ләрҙең яҡтыртылыуын тәьмин итеүҙе, эскәмйәләр һәм сүп-сар ташлау өсөн һауыттар ҡуйыуҙы үҙ эсенә ала. Өҫтәмә исемлеккә автоҡуналҡаларҙы, балалар һәм өлкәндәр өсөн ял, уйын-спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыу, шулай уҡ тротуарҙарҙы, йәйәүлеләр юлын ипкә килтереү инә.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, программала ҡатнашыусы муниципалитеттар 1 апрелгә тиклем 2017 йылға заманса ҡала мөхите булдырыуҙың муниципаль программаһы проектын әҙерләргә һәм баҫып сығарырға тейеш. Йәмәғәтселек тикшереүе һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, уны 25 майҙан да һуңға ҡалмайынса раҫлау мөһим.
Ҡала хакимиәттәренә 1 июлгә тиклем муниципаль программаға индерелгән һәр ихатаны, шулай уҡ йәмәғәт биләмәһен төҙөк­ләндереүҙең дизайн-проекттарын әҙерләп раҫларға һәм 31 декабргә ҡәҙәр ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы тамамларға кәрәк.


Вернуться назад