Егәрлене эш үҙе эҙләй21.03.2017
Баш ҡалабыҙҙың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге хәбәр итеүенсә, 23 мартта Өфөлә сәнәғәт предприятиеларының хеҙмәт йәрминкәһе уҙа.
Тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – баш инженер, инженер, инженер-конструктор, контролер, участка мастеры, кран машинисы, автомобиль йөрөтөүсе, йөк тейәүсе, оператор, һаҡсы, эшсе, мебель йыйыусы, слесарь-механик, слесарь-ремонтлаусы, токарь, тракторсы һәм башҡалар. Йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация бирелә.
Эш эҙләгәндәрҙе Ибраһимов бульварын­дағы 47/1-се йортта иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем көтәләр. Хеҙмәтлән­дереү бушлай.


Вернуться назад