“Күләгә”нән сыға хеҙмәткәр21.03.2017
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара форумда төбәктә законһыҙ мәшғүллекте кәметеү буйынса алып барылған эштең һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Уҙған йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү буйынса талаптарҙы үтәү йәһәтенән беҙҙең республика, Краснодар һәм Ставрополь крайҙарынан, Белгород, Ростов өлкәләренән генә ҡалышып, Рәсәй төбәктәре рейтингында бишенсе урынды биләй. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында иһә Башҡортостан иң юғары баҫҡыста.
— Тотош илдәге кеүек үк, 2014 йылдың октябренән бирле беҙҙә лә законһыҙ мәшғүллеккә ҡаршы маҡсатлы эш алып барыла, — тип билдәләне Ленара Иванова. — Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә 2015 йылда — 83 меңдән ашыу, былтыр — 67 мең самаһы, быйыл март башына ҡарата яҡынса 5,5 мең кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырған. Анализ күрһәтеүенсә, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу өлкәһендә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә, эшкәртеү предприятиеларында хеҙмәт килешеүе төҙөмәйенсә ялланғандар күп.
Федераль власть органдары I Халыҡ-ара хеҙмәт форумында Башҡортостан етәкселегенең хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү буйынса эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Ҡырым һәм Карелия вәкилдәре шунда уҡ беҙҙең ошо өлкәләге тәжрибә менән танышырға теләк белдерҙе.