Ихтыяжды тәҡдим тыуҙыра21.03.2017
Былтыр Башҡортостанда 1700-ҙән ашыу микрофинанс ойошмаһы ябылған. Өфөлә ойошторолған Бөтә Рәсәй банк хеҙмәткәрҙәре конференцияһында әйтелеүенсә, уларҙың күбеһе клиенттар менән ғәҙел эшләмәгән булған.
Әлеге ваҡытта МФО-ларҙың эшмәкәрлеге камиллаша бара, улар әкренләп юғары проценттарҙан баш тарта, тиелде сарала. Әммә ҡайһы берәүҙәре һаман да йылына 600 процентлыҡ ставка менән кредит биреүен дауам итә икән. Клиенттары – башлыса осто-осҡа саҡ ялғап йәшәгәндәр. Үҙәк банк хәбәр итеүенсә, былтыр илебеҙҙә ашығыс кредит юллаған кешеләр һаны 40 процентҡа артҡан.