Ҡағыҙҙа арзаныраҡ21.03.2017
Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ил төбәктәрендәге күсемһеҙ милектең 2017 йылдың икенсе кварталына ҡарата хаҡын билдәләне. Башҡортостанда ул 36 мең 132 һум тәшкил итә.
Волга буйы федераль округында әлеге күрһәткес буйынса республикабыҙ, Пермь крайынан һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән генә ҡалышып, алдынғылар иҫәбендә. Әммә ғәмәлдә билдәләнгән хаҡ баҙар шарттарында торлаҡ һатып алыусылар түләгәнгә тап килмәй. Был дәүмәл дәүләт программалары буйынса фатир һатып алғанда айырым категория граждандарына социаль түләүҙәр, торлаҡ сертификаттары, федераль бюджеттан субсидиялар күләмен иҫәпләү өсөн ҡулланыла.