Аралашсылар кәрәкмәй21.03.2017
Рәсәйҙең Һаҡлыҡ банкы күсемһеҙ милеккә бәйле операциялар өсөн махсус система булдырған. Уның менән Силәбе ҡалаһында үткән “Күсемһеҙ милек баҙарындағы һанлы революция” исемле матбуғат конференцияһында таныштырҙылар.
Һаҡлыҡ банкы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле күсемһеҙ милек буйынса операцияларҙың 60 проценттан ашыуы һанлы технологиялар ярҙамында башҡарыла. Ипотека кредитлауы өлкәһендә электрон операциялар – 17 процент самаһы. Яңы махсус система иһә ипотекаға онлайн ғариза яҙыу, мөлкәтте эҙләү, күсемһеҙ милекте баһалау, электрон ҡултамға ярҙамында күсемһеҙ милеккә йәки төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүенә хоҡуҡтарҙы теркәү мөмкинлеген бирә. Һаҡлыҡ банкы системаһы партнерҙар исемлегендәге күсемһеҙ милек агентлыҡтарының һәм төҙөлөш ойош­мала­рындағы һатыу бүлектәренең программа селтәренә ҡулайлаштырылған.
“Квартал” күсемһеҙ милек агентлығы етәксеһе Александр Лазарев әйтеүенсә, Һаҡлыҡ банкы ипотека алырға әҙер булған граждандарҙың аралашсыларға ихтыяжын кәметкән майҙансыҡҡа әйләнеп бара. “Әлбиттә, был күренеш беҙҙе бер ни тиклем борсоуға һала. Хатта ҡатмарлы килешеүҙәрҙе лә хәҙер беҙҙең ярҙамһыҙ төҙөйҙәр”, – ти ул.


Вернуться назад