Олимпҡа үрләйҙәр21.03.2017
Австрияла үткән абруйлы халыҡ-ара ярыштарҙа республикабыҙҙан зиһен үҫеше буйынса мөмкинлектәре сикләнгән алты бала ҡатнаша. Олимпҡа ынтылышта йәш спортсыларға Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова ярҙам итте.
Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре комитеты ағзаһы булған яҡташыбыҙ Махсус Олимпиада халыҡ-ара ҡышҡы уйындарҙы асыу тантанаһында һәм Шладминг ҡалаһында Атлеттар парадында ҡатнашты.
Уйындарҙа донъяның 107 иленән 2 600 атлет оҫталығын күрһәтә. Ярыштар флорбол, хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, тау саңғыһы, сноуборд, саңғы ярышы кеүек спорт төрҙәре буйынса үткәрелә. Рәсәйҙең йыйылма командаһына 22 төбәктән 119 кеше индерелде.
– Олимпия һәм Паралимпия уйындарын бөтәһе лә тиерлек белә. Ә бына Махсус Олимпия уйындары хаҡында күптәр хәбәрҙар түгел. Рәсәй командаһына Башҡортостан балаларының инеүенә бик шатмын. Уларға уңыш һәм сағыу еңеү теләйем! – тине Рима Баталова.