Ниңә үкһеҙ етемгә түләнмәй?21.03.2017
Өфө депутаттары етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҡануниәтте камиллаштырырға тәҡдим итте. Төбәк закондарына ярашлы, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булып, опекаға алынған балаларға аҡса түләнә. Бындай статусты биреү өсөн баланың ата-әсәһе билдәһеҙ булырға йәки ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында сабыйын ҡарай алмай тип танылырға тейеш. Ләкин ата-әсәнең үлеү осрағы был исемлектә сағылдырылмаған.
Депутаттар “Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында”ғы республика Законына төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән осрашыуҙа Өфө ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов ошо башланғыс менән таныштырҙы.
– Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ата-әсәһен юғалтҡан балаларға аҡса түләнә, ә ата-әсәһе вафат булған сабыйҙарға закон менән түләү ҡаралмаған. Шуға күрә исемлекте “ата-әсәнең үлеме” тигән пункт менән тулыландырырға кәрәк тип иҫәпләйбеҙ, – тине ул.
Өфө ҡала Советы рәйесе шулай уҡ баш ҡала биләмәһендәге балалар йорттарына мәктәпкәсә йәштәгеләр менән эшләүгә лицензия биреү мәсьәләһен хәл итергә саҡырҙы. Был сабыйҙарҙың бүтән ҡалаларға ебәрелеүе менән бәйле. Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Филүс Миназов Өфө депутаттары башланғысын хуплап сыҡты.