Һыу ташамы – Интернет әйтер21.03.2017
Яҙғы ташҡын осоро етеү менән республикала һәр кеше Интернет селтәренән үҙе йәшәгән ергә һыу баҫыу хәүефе янау-янамауын белә ала.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙә­ренсә, бының өсөн ведомствоның сайтына инергә кәрәк. “Йыл­ғаларҙағы һыу кимәленә мониторинг” киҫәгендә интерактив карта урынлаштырылған. Унда онлайн тәртибендә йылға-күлдәрҙең кимәле сағылдырылған.
Дәүләт комитетының бүлек начальнигы Ирек Ураҙаев бел­де­реүенсә, был мәғлүмәттәр иң юғары кимәлгә еткән осраҡта халыҡҡа хәбәр итеү системаһын эшләтә торған ҡулайламаларҙан алына. Әле бындай ҡорамалдар Өршәк һәм Өфө, Мәләүез ҡалаларындағы Ағиҙел йылғаһында ҡуйылған.
Синоптиктар күҙаллауынса, Башҡортостан йылғаларында боҙ апрелдең икенсе ун көнлөгөндә китәсәк. Өфө, Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында яр буйын һыу баҫыу хәүефе бар.


Вернуться назад