“Балаңды бушлай ҡарап торам…”21.03.2017
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы өс йәшкә тиклемге сабый һәм 18 йәшкә тиклемге инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн “Социаль бала ҡараусы” тигән яңы проектты ғәмәлгә индерҙе.
Теге йәки был сәбәп буйынса ошондай хеҙмәткә мохтаждар бала ҡараусы яллай ала. Әйткәндәй, хеҙмәттең ваҡыты сикләнгән – социаль бала ҡараусыны аҙнаһына иң күбе ике сәғәткә йәки айына һигеҙ тапҡыр саҡыртырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта ата-әсә сабыйын уға 3,5 сәғәттән артығыраҡҡа ҡалдыра алмай. Шулай уҡ бала ҡараусының бер тапҡыр килеүе 125 һумға төшә. Ғаиләнең йән башына уртаса килеме 14 мең һумдан арта икән, хеҙмәт коммерция хаҡы нигеҙендә күрһәтелә. Тариф – сәғәтенә 40-140 һум. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә иһә бала ҡараусы сабый менән бушлай ҙа ултырып тора ала.
Социаль хеҙмәткәрҙе саҡыртыу өсөн ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәткән район-ара үҙәктәренә йәки уларҙың бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бындай хеҙмәтте коммерцияға ҡарамаған ойошмалар күрһәтә. Тап уларға ошондай вәкәләттәр бирелгән. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе тейешле тәжрибәгә, урта махсус һәм урта һөнәри белемгә эйә.


Вернуться назад