Уҡбалыҡ үрсетәбеҙ17.03.2017
Башҡортостанда быйыл уҡбалыҡ селбәрәһен, Ағиҙел йылғаһынан тыш, Павловка һыу һаҡлағысына ла ебәрәсәктәр. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тәҡдим иткән ошо башланғысты Рәсәй кимәлендә лә хуплап сыҡтылар.
Йылға-күлдәргә балыҡ ебәреү — һыу ресурстарына ыңғай йоғонтоно көсәйтеүгә йүнәлтелгән тәбиғәтте һаҡлау сараһы ул. Уны һыу ятҡылыҡтарында теге йәки был эште башҡарған бөтә предприятиелар ҙа тормошҡа ашырырға тейеш. Уҡбалыҡ селбәрәһе Павловка һыу һаҡлағысында балыҡ запасын тулыландырыу һәм бикре балыҡтары төркөмө популяцияһын тергеҙеү мөмкинлеген бирәсәк.
Экология министрлығында шулай уҡ, Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгәнгә күрә, уҡбалыҡ тотоуҙы закон менән тыйыу, балыҡсылыҡ хужалыҡтарын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.