Эксперттар фекеренсә, республикабыҙҙа карст тоҡомдарының емерелеүе халыҡ өсөн әллә ни хәүеф тыуҙырмай. Күптән түгел генә Нуриман районының Яңы Күл ауылы эргәһендә ҙур ғына ер участкаһы убылған.[center][/center]
Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире Айҙар Рәхмәтуллин әле урында Экология министрлығынан белгестәрҙең, гедрологтарҙың эшләүе, хәлдең сәбәбен өйрәнеү хаҡында хәбәр итте. Убылған ерҙең диаметры — 40 метр. Тәрәнлеген үлсәү мөмкинлеге юҡ әлегә — соҡорға һыу тулған.
— Бындай хәлдәр беҙҙә биш йылға бер тапҡыр булып тора. Әлегә тиклем ҙур майҙанда ер убылғанын күргән юҡ ине, — тине урындағы ауыл советы башлығы Булат Ханов. — Соҡор һаман киңәйә, әммә ауыл халҡы өсөн хәүеф юҡ — иң яҡын торлаҡ йорт бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Эргәлә иһә берәү ҙә йәшәмәгән дача участкаһы ғына бар.
Участкала бер нисә электр бағанаһы зыян күргән, әммә ауылды яҡтылыҡ менән тәьмин итеүҙә был сағылыш тапмаған. Әле белгестәр селтәрҙе төҙөкләндереү менән мәшғүл. Ғалимдар әйтеүенсә, республикабыҙҙа карст тоҡомдарының емерелеүе яҡшы өйрәнелгән, шуға күрә әлеге кеүек ер убылыу сенсация түгел.
— Был — тәбиғи процесс. Ер аҫты һыуҙары ҡайһы бер тоҡомдарҙы иретә, һөҙөмтәлә ер убыла, — тине геология-минералогия фәндәре кандидаты Александр Смирнов. — Яңы Күл ауылы эргәһендә карст тоҡомдары күрһәткесе ярайһы уҡ юғары.