Федераль программалар уңышлы ғәмәлгә ашырыла17.03.2017
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильеваның эш осрашыуы булды. Унда республикала мәғарифты үҫтереү һәм модернизациялау мәсьәләләре тикшерелде.
Төбәк Башлығы Башҡортостандың мәғариф өлкәһендәге федераль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа уңышлы ҡатнашыуын, үҙ иңенә алған бөтә йөкләмәләрҙе үтәүен билдәләне. Республикала 3—7 йәшлек балалар араһында мәктәпкәсә мәғариф ойошмаларына сират бөтөрөлдө. Былтыр Башҡортостандағы балалар баҡсаларында 2915 урын ғәмәлгә индерелде.
Әле төбәк өҫтәмә уҡыу урындары булдырыу һәм 2025 йылға мәктәптәрҙә икенсе сменаны бөтөрөү буйынса федераль программала әүҙем ҡатнаша. Осрашыуҙа республикала юғары белем биреүҙе камиллаштырыу мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелде.


Вернуться назад