Рәсәй етештереүсеһенә өҫтөнлөк бирелә17.03.2017
Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында үҙебеҙҙең коронар стенттар етештереүселәргә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә булды. Унда ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич ҡатнашты.
Сарала билдәләнеүенсә, Рәсәй коронар стенттары өлөшө 2014 йылғы өс проценттан 2016 йылда 18 процентҡа тиклем артҡан. Быға 2013—2020 йылдарға иҫәпләнгән “Фармацевтика һәм медицина сәнәғәтен үҫтереү” дәүләт программаһында ҡаралған ярҙам саралары, атап әйткәндә имплантланған медицина әйберҙәрен клиникала һынауҙы һәм медицина әйберҙәре етештереүҙе субсидиялау булышлыҡ иткән.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктәге һигеҙ учреждениела коронар артерияларҙы стентлау ғәмәли башҡарыла. Былтыр Республика кардиология үҙәгендә генә ошондай өс мең операция яһалған, шуларҙың 60 процентында үҙебеҙҙә етештерелгән стенттар файҙаланылған. Үҙәктә әйтеүҙәренсә, быйыл ошо күрһәткесте 80 процентҡа еткереү күҙаллана.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар коронар стенттар һәм катетерҙар баҙарында Рәсәй етештереүселәре биләгән урынды арттырыу мөмкинлеге тикшерелде. Һуңғы өс йылда илебеҙ компаниялары етештереү күләмен, шулай уҡ сәнәғәттең ошо өлкәһендә инвестиция әүҙемлеген арттыра бара.


Вернуться назад