Башҡорт сувенирҙары – Парижда17.03.2017
Республикабыҙҙа етештерелгән сувенир продукцияһы Франциялағы күргәҙмәгә ҡуйылды. Рәсәй төбәктәренең мәҙәни күп төрлөлөгөн һәм үҙенсәлеклелеген сағылдырған “Рәсәй сувениры” халыҡ кәсептәре һәм шөғөлдәре күргәҙмәһе Париждағы Рәсәй рухи-мәҙәни православие үҙәгендә ойошторолдо.
Экспозицияларға Башҡортостан, Дағстан, Карелия, Коми, Хакасия, Сыуашстандан, Әстрхан, Рязань, Липецк, Мәскәү һәм Тула өлкәләренән традицион кейем-һалым, баш кейемдәре, сигелгән әйберҙәр, музыка ҡоралдары, уйынсыҡтар, көнкүреш әйберҙәре ҡуйылды.
– Халыҡ кәсептәре Рәсәйҙең һәр төбәгенең тарихын, йолаларын, үҙенсәлектәрен сағылдыра. Региондарыбыҙҙың барыһы ла ошо йолаларҙы ҡәҙерләп һаҡлай һәм быуындан быуынға тапшыра, – тине күргәҙмәне асыу тантанаһында Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Туризм һәм төбәк сәйәсәте департаменты директоры Ольга Ярилова. – Күргәҙмәлә йөҙ йыллыҡ, шулай уҡ боронғо технологиялар буйынса ҡайтанан эшләнгән экспонаттарҙы ла күрергә мөмкин.