Күргәҙмәгә килегеҙ!17.03.2017
Милли музейҙа Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына һәм Рәсәйҙәге ҡурсаулыҡтар системаһының 100 йыллығына арналған “Башҡортостандың йәнле тәбиғәте” республика фотокүргәҙмәһе асыла.
Унда былтырғы конкурста “Панорама”, “Пейзаж”, “Этюд”, “Үҫем­лектәр”, “Хайуандар”, “Тәбиғәт һәм кеше” һәм “Ҡурсаулыҡ тормошо” номинацияларында призлы урындар яулаған 54 ҡатна­шыу­сының эше ҡуйылды. Фото­күргәҙмәне Башҡортостандың Милли музейы, Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмә­ләре дирекцияһы, Рус география­ йәмғиәте бүлексәһе ойошторҙо.


Вернуться назад