DVD-ла – кәмендә 100 әҫәр17.03.2017
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уның ижады менән күләмле таныштырыу сараһы әҙерләнә. Был турала проекттың етәксеһе, мәшһүр композитор, ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшен билдәләгән Рим Хәсәнов хәбәр итте.
– Проект “100 йыллыҡ юбиле­йы айҡанлы Назар Нәж­ми­ҙең иҫ­тә­леген мәңгеләштереү” тип атала. Ике DVD дискыла шағир­ҙың кәмендә 100 әҫәрен – шиғыр­ҙа­рын, поэмаларын, драмаларын, Башҡортостан, Татарстан, Фин­ляндия артистары башҡарыуын­дағы шиғырҙарына яҙыл­ған йыр­ҙарҙы туплаясаҡбыҙ, – тине Рим Мәхмүт улы.
Маэстро әйтеүенсә, проектҡа шу­лай уҡ ул Назар Нәжми менән бергә ижад иткән ике йыр – “Өфө йүкәләре” менән “Ҡышҡы романс” та инәсәк. Проект Башҡортостан Башлығының 900 мең һумлыҡ гран­тына лайыҡ булды. Таныштырыу сараһы 2018 йылдың яҙында була.


Вернуться назад