Йыл башынан Өфөлә меңдән ашыу кеше мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында эш тапҡан. Шул уҡ ваҡыттан иҫәпкә ҡуйылғандар һанына ҡарата эшкә урынлашҡандар нисбәте 76 проценттан ашҡан.Әле республиканың баш ҡалаһында 11,2 меңдән ашыу “рәсми” вакансия һәм алты меңгә яҡын эшһеҙ иҫәпләнә. Өфөнөң мәшғүллек үҙәгендә бөтәһе 6,5 мең кеше иҫәптә тора. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1 процентҡа тиң. Көсөргәнешлек коэффициенты йәки мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торған граждандарҙың вакансиялар һанына нисбәте 0,58 тәшкил итә.