Әйҙәгеҙ өмәгә!15.03.2017
8 апрелдән республикабыҙҙа экологик өмәләр башлана. Бындай сараларҙың төп бурысы – ауыл-ҡалаларҙың санитария-экологик хәлен яҡшыртыу.
Төбәк Хөкүмәте дәүләт власы органдарына, муниципалитеттарға, бөтә милек формаһындағы ойошмаларға, профсоюз комитеттарына һәм йәмәғәт берекмәләренә өмәләр үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушты. Әйткәндәй, бындай саралар 13 майға тиклем дауам итәсәк.