Һай, зирәк беҙҙең Айгөл!15.03.2017
Һай, зирәк беҙҙең Айгөл!Өфөлә Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогының финал өлөшө тамамланды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Башҡорт дәүләт университеты студенты Айгөл Иҙрисова еңеп сыҡты.
Һуңғы турҙа Айгөл Голландиянан Виталия Думешҡа ҡаршы уйнаны. Әйткәндәй, Айгөл Белоруссияла ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя һәм Европа, Төркиәлә блиц форматында донъя һәм Европа чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер исемен яулап өлгөргән.
Ир-егеттәр араһында көрәш ҡыҙыу барҙы. Рәсәйҙән Алексей Чижов менән Голландиянан Ян Грунендейк уйындың аҙағына тиклем еңеүгә типә-тиң дәғүә итте. Әммә бәхет Чижовҡа йылмайҙы.
Донъя кубогында ҡатнашҡан 20 кеше араһында алты уйынсы Башҡортостандан ине. Улар – Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Әлиә Әминева, Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев, Айнур Шәйбәков.


Вернуться назад