Бал ҡортона дауа эҙләп...15.03.2017
Республикабыҙҙа төрлө тармаҡ буйынса мәртәбәле саралар даими ойошторола. Мәҫәлән, тиҙҙән (19-21 апрелдә) Өфөлә VII Халыҡ-ара ветеринария конгресы үтәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов билдәләүенсә, конгресҡа бәйле төп әҙерлек эштәре тамамланған, уны юғары кимәлдә үткәреү өсөн барлыҡ шарттар үтәлә. Күптәр сарала ҡатнашырға теләк белдергән, абруйлы ҡунаҡтарҙың һәм ғалимдарҙың килеүе көтөлә.
Халыҡ-ара Ветеринария конгресы – заманса ғилми-ғәмәли трендтарҙы тәҡдим итеү, малсылыҡты табышлы алып барыу, ветеринар хеҙмәттәре күрһәтеү, дауалау алымдарын оҫта ҡулланыу, йоғошло ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү, ветеринар-санитария йүнәлешен камиллаштырыу, ғөмүмән, фекер алышыу майҙансығы.
– Ветеринария конгресы беҙҙә тәүге тапҡыр уҙғарыла. Быға республикалағы эпизоотик хәл-торош ҙур роль уйнаны, – тине Ирек Радил улы. – Шул уҡ ваҡытта ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитынан һуң Өфөнө таныйҙар, сараның ылыҡтырғыс тәьҫире көслө булды. Беҙгә үҙ-ара бәйләнештәр булдырыу форсаты тейәсәк. Хәйер, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә ни етә! Ҡыҫҡаһы, һәр йәһәттән дә бик уңайлы осраҡ.
Сара сиктәрендә Рәсәй төбәктәренең ветеринария өлкәһендәге башҡарма властары органы етәкселәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәреү ҙә эш планына ингән. Унда ошо тармаҡҡа ҡағылған мөһим мәсьәләләр тикшереләсәк. Европа, Азия, Америка һәм Рәсәй белгестәре ҡатнашлығындағы “Берҙәм донъя – берҙәм һаулыҡ” тигән кәңәшмә үтәсәк. Бында бал ҡорто ауырыуҙары тураһында һөйләшәсәктәр.