Һеҙҙә һөт тәмлеме?15.03.2017
Һеҙҙә һөт тәмлеме? Республикабыҙ һөт етештереүҙе арттырыуға өлгәшкән 22 төбәк иҫәбенә инде.
Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы 2015 – 2016 йылдарҙа һөт тармағында импортты алмаш­тырыуға йүнәлтелгән сара­ларҙы тормошҡа ашырыу һө­ҙөмтәлелеген тикшереүгә йомғаҡ яһаны. Тикшереү күрһәтеүенсә, 2015 йылда алты төбәк һөт етештереүҙе биш проценттан ашыуға арттырған, тағы ла биш субъектта һыйыр малы һаны күбәйгән.
Халыҡтан һорау алыу барышында асыҡланыуынса, рәсәй­ҙәр­ҙең күпселеге һөт ризыҡтары сифатынан ҡәнәғәт. Уларҙың 33 проценты үҙҙәренең төбәгендәге һөттө яҡшы, 7,6 проценты – бик яҡшы, 37 проценты ҡәнәғәтләнерлек тип баһалаған. Шул уҡ ваҡытта ил халҡының 22 проценты уның сифатынан ҡәнәғәт түгел.


Вернуться назад