Башҡортостан – Евразия йөрәге15.03.2017
Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың илдең биш төбәге етәкселәре менән осрашыуында ҡатнашты. Сара Евразия гуманитар хеҙмәттәшлеге мәсьәләләренә арналды. Унда шулай уҡ Алтай, Татарстан, Хакасия һәм Якутия башлыҡтары килгәйне.
Осрашыуҙа Евразия континентында интеграцияның гуманитар өлкәһен үҫтереү йәһәтенән Рәсәй төбәктәренең ҡеүәтен файҙаланыу буйынса фекер алыштылар. Сергей Лавров билдәләүенсә, гуманитар хеҙмәттәшлек халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең һәм цивилизация-ара, конфессия-ара бәхәстәргә юл ҡуймауҙың мөһим факторын тәшкил итә.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән бер нисә башланғыс тәҡдим итте. Башҡортостан 20 йыл дауамында ЮНЕСКО менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Республикабыҙҙа фәнни-белем биреү өлкәһендә, шулай уҡ тәбиғи-мәҙәни мираҫты һаҡлау менән бәйле бер нисә мөһим проект тормошҡа ашырыла. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Шулай уҡ “Башҡорт Уралы” биосфера резерваты ойошторолдо. Тиҙҙән республикала Рәсәйҙә иң тәүге ЮНЕСКО геопарктарының береһе барлыҡҡа киләсәк.
Быйыл июлдә баш ҡалабыҙҙа II Евразия гуманитар форумын һәм “Башҡортостан – Евразия йөрәге: Евразия киңлегендә мәҙәни-ара аралашыу һәм хеҙмәттәшлек” фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәреү күҙаллана.
Республика Башлығы шулай уҡ Башҡортостанда ҙур халыҡ-ара саралар үткәреү буйынса киләһе биш йылға иҫәпләнгән план менән таныштырҙы.