“Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер”14.03.2017
Ошо көндәрҙә Белорет районына әҙәби десант төштө. 12 – 13 мартта бында билдәле яҙыусылар менән осрашыуҙар ойошторолдо.
Әхмәт Лотфуллин исемендәге Абҙаҡ урта мәктәбендә “Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер” тигән әҙәби-музыкаль осрашыу үтте. Унда Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Ғарипова, билдәле журналист, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡов, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов сығыш яһаны.
Айгиз Баймөхәмәтов әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар яҡшы йолаға әүерелде. Һуңғы ваҡытта танылған әҙәбиәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Белорет районы халҡы менән өсөнсө тапҡыр осраша. Һәр дөйөм сара алдынан яҙыусы үҙен уҡытыусы ролендә һынап ҡарай, уҡыусылар өсөн әҙәбиәт дәресе үткәрә.
Осрашыуҙарҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Белорет районы хакимиәте ойошторҙо. Сараның махсус ҡунағы – йәш йырсы, “Башҡорт йыры” телеконкурсында еңеүсе Айтуған Ғәйзуллин.
– Баш ҡалабыҙҙан яҙыусыларҙың килеүе – беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Улар балаларҙы әҙәбиәткә йәлеп итә, ижади рух тәрбиәләй, – тине Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина.