Имтихан яҡынлаша14.03.2017
Республикабыҙҙа 23 мартта Берҙәм дәүләт имтиханының ваҡытынан алда үткәрелә торған этабы башлана. Ул 14 апрелгә тиклем дауам итә.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был осорҙа өс имтихан ҡабул итеү пункты эшләйәсәк. Шуларҙың икәүһе – Өфөлә, берәүһе Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Имтихан үткәрелгәндә аудиторияларҙа контроль-үлсәү материалдарын баҫып сығарыу һәм имтихан ҡабул итеү пункты штабында эштәрҙе сканерлау технологияһы файҙаланыласаҡ. Әйткәндәй, быйыл 800-гә яҡын кеше һынауҙы ваҡытынан алда тоторға ниәтләй, уларҙың күбеһе – мәктәпте элегерәк тамамлаусылар. Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы өс этапта үткәрелә: ваҡытынан алдағы этап, төп этап (29 майҙан 1 июлгә тиклем), өҫтәмә этап (5 – 16 сентябрҙә). Тәүге ике этап география, информатика һәм МКТ буйынса имтихандарҙан башлана. Рус теле һәм математика буйынса ике мотлаҡ фәндән насар билдә алған кешеләр өҫтәмә осорҙа үткәрелгән имтихандарҙа ҡатнаша ала.


Вернуться назад